-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
12 Май 2022, 10:36

8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға пособие

Рәсәй Пенсия фонды май башында уҡ  8 йәштән 17 йәшкә тиклем балалар тәрбиәләгән аҙ һанлы ғаиләләрҙән пособие алыуға ғаризалар ҡабул итә. Башҡортостандан әле ошо арауыҡҡа  89 меңдән ашыу  ғариза тапшырылған.

Түләүҙәр мохтаж булғандарҙың йәшәү шарттарына комплекслы баһа биргәндән һуң тәғәйенләнә. Пособиены уртаса килеме бер кешегә йәшәү минимумынан да аҙырак булған ғаиләләр аласаҡ. Ғаризалар 10 көн дауамында ҡарала. Әгәр ҙә ғариза 1 майҙа тапшырылған икән, уны ҡарау ваҡыты 19 майға тиклем барыуы ихтимал. Был хаҡтағы мәғлүмәттәр дәүләт хеҙмәтләндереүе порталындағы шәхси кабинетҡа  киләсәк. Ғаризаның ҡасан бирелеүенә ҡарамаҫтан пособие 1 апрелдән иҫәпләнә. Йәғни мохтаж ғаилә уны августа ла биреүе мөмкин, ул сағында пособие апрель, май, июнь,  июль айҙарына түләнә.

фото Башинформдан

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: