+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Мая 2022, 10:02

Коронавирустың яңы тулҡыны килеүе ихтимал

“Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирустың артабанғы тулҡыны килеү ихтималлығы ҙур. Беҙ райондар башлыҡтарының халыҡтың ревакцинация үтеүенә йоғонто яһауын һорайбыҙ”, – тине республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирустың яңы тулҡыны килеүе ихтималКоронавирустың яңы тулҡыны килеүе ихтимал
Коронавирустың яңы тулҡыны килеүе ихтимал

11 майға ҡарата Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатырға тейешле халыҡтың 99,8 проценты вакцинация үткән. Бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин шулай тип хәбәр итте.

“Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирустың артабанғы тулҡыны килеү ихтималлығы ҙур. Беҙ райондар башлыҡтарының халыҡтың ревакцинация үтеүенә йоғонто яһауын һорайбыҙ”, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп сит илдәрҙә ковид менән сирләүселәр артыуын билдәләне. Ул республикабыҙҙа халыҡты коронавирусҡа ҡаршы ревакцинациялауға ҙур иғтибар йүнәлтеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостанда әле коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 287 003-кә еткән. Тәүлек эсендә вирус 73 ауырыуҙа асыҡланған. Ковид-госпиталдәрҙә 127 сырхау ята, амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 691. “Һуңғы ете көндә был инфекцияны йоҡтороусылар 21 процентҡа, аҙаҡҡы айҙа 76 процентҡа кәмегән”, – тип әйтеп үтте һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтулллин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас