+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Мая 2022, 07:06

Инвалидтарға торлаҡ сертификаттары биреләсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәүге уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы законға үҙгәрештәр ҡабул итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвалидтарға торлаҡ сертификаттары биреләсәкИнвалидтарға торлаҡ сертификаттары биреләсәк
Инвалидтарға торлаҡ сертификаттары биреләсәк

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәүге уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында”ғы законға үҙгәрештәр ҡабул итте. Республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, инвалидтарҙы һәм инвалид балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙе социаль ҡуртым килешеүҙәре буйынса торлаҡ менән сертификаттар ярҙамында тәьмин итеү күҙҙә тотола.

Һүҙ 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә баҫҡан торлаҡҡа мохтаждар хаҡында бара. Торлаҡ сертификаттары хроник сирҙәрҙең ауыр формаларынан яфаланыусыларға тәғәйенләнәсәк. Бер сертификат яҡынса 2,4 миллион һумға торош.

 Инвалидтарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә республика бюджетында һалынған аҡса күләменән сығып, 2022 йылда 74 ғаилә шундай сертификат биреләсәк, тип көтөлә. Сертификатты файҙаланып, улар үҙҙәре өсөн уңайлы урында – дауахана йәки социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы янында торлаҡ һатып алырға мөмкин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас