+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер ауылға ла янғын барып етмәҫкә тейеш!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уяу булырға саҡырҙы. «Янғындар булыр, быға объектив һәм субъектив сәбәптәр бар. Ҡоро йәшендәр ҙә, кешеләрҙең яуапһыҙлығы ла. Беҙҙең бурыс — янғынды ваҡытында асыҡлап, һүндереү. Әгәр ярҙам, бөтәбеҙҙе лә йәлеп итергә кәрәк икән, шунда уҡ хәбәр итегеҙ», — тигән республика етәксеһе.

Бер ауылға ла янғын барып етмәҫкә тейеш!
Бер ауылға ла янғын барып етмәҫкә тейеш!

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров 11 майҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикала урман янғындарына бәйле хәл тураһында хәбәр иткән.

«Майҙың тәүге декадаһында Башҡортостанда 20 урман янғыны теркәлгән.  Ете муниципаль районда ут сығыуға юл ҡуйылған. Урман янғындары ауылдарға күсмәгән. Хәҙерге ваҡытта янғындар юҡ», — тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уяу булырға саҡырҙы.

«Янғындар булыр, быға объектив һәм субъектив сәбәптәр бар. Ҡоро йәшендәр ҙә, кешеләрҙең яуапһыҙлығы ла. Беҙҙең бурыс — янғынды ваҡытында асыҡлап, һүндереү. Әгәр ярҙам, бөтәбеҙҙе лә йәлеп итергә кәрәк икән, шунда уҡ хәбәр итегеҙ, — тигән Радий Хәбиров Фәрит Ғүмәровҡа, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт иткән. — Бер ауылға ла янғын барып етмәҫкә тейеш, был — һеҙҙең шәхси яуаплылығығыҙ».

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас в