

Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле халҡы исеменән республика Башлығы Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек ут мемориаль комплексына сәскә гөлләмәһе һалды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар яугирҙар батырлығын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм генерал-майор Таһир Кусимов бюстарына, тыл эшсәндәре һәйкәленә лә сәскәләр һалынды. Радий Хәбиров ветерандарҙы байрам менән ҡотланы, уларға сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер теләне.
Бынан һуң республика етәксеһе Өфөнөң Орджоникидзе районында ойошторолған байрам майҙансыҡтарында булды. Унда кадеттарҙың күрһәтмә сығыштары, балалар ижады конкурсы һәм белем биреү учреждениеларының "Хәтер яулығы" акцияһы еңеүселәренең күргәҙмәләре уҙғарылды.
Фото: "Башинформ"дан.