+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Мая 2022, 07:33

“Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнаш

Өфөлә 9 май көнөндәге “Үлемһеҙ полк” акцияһы традицион форматта үтәсәк.  Еңеү  менән ҡайтҡан һәм яуҙа ятып ҡалған атай- олатайҙар, тылда хеҙмәт иткән апай-инәйҙәр иҫтәлегенә күңелендә ихтирам һәм хөрмәт, ғорурлыҡ тойғоһо йөрөткән һәр кем уның ҡатнашыусыһы була ала. “Үлемһеҙ полк” һуғыш яугирҙары, ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре һәм уртаҡ байрамбыҙға өлөш индергән барлыҡ кешеләрҙең  портреттары менән бергә баш ҡаланың төп урамынан атлаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнаш“Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнаш
“Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнаш

Өфөлә 9 май көнөндәге “Үлемһеҙ полк” акцияһы традицион форматта үтәсәк.  Еңеү  менән ҡайтҡан һәм яуҙа ятып ҡалған атай- олатайҙар, тылда хеҙмәт иткән апай-инәйҙәр иҫтәлегенә күңелендә ихтирам һәм хөрмәт, ғорурлыҡ тойғоһо  йөрөткән һәр кем уның ҡатнашыусыһы була ала. “Үлемһеҙ полк” һуғыш яугирҙары, ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре һәм уртаҡ байрамбыҙға өлөш индергән барлыҡ кешеләрҙең  портреттары менән бергә баш ҡаланың төп урамынан атлаясаҡ.

“Үлемһеҙ полк”ка  теҙелеү сәғәт  10-да,  ә акция сәғәт 11- ҙә башлана. Полктың үтеүе барлыҡ төбәктәр өсөн дә берҙәм ваҡытта буласаҡ. Алдан теркәлеү талап ителмәй, теләге булған барлыҡ кешеләргә лә ветеран портреты менән тейешле урынға килеү һорала.

 Рәсәй төбәктәрендәге “Үлемһеҙ полк” акцияһының маршы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе сайттың ошо һылтанмаһында ҡарарға була https://www.polkrf.ru.

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон һандары - 8 800 20 1945 0.

Атай- олатайҙарыбыҙҙың яуҙағы батырлығы һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә!!!

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас