+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Мая 2022, 11:16

Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарыла

2022 йылда 4 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Баш ҡалала байрам 25 майҙа «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарылаҺуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарыла
Һуңғы ҡыңғырау көнөндә бейеү флешмобы уҙғарыла

2022 йылда 4 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Баш ҡалала байрам 25 майҙа «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева хәбәр итеүенсә, сығарылыш уҡыусылары вальс башҡарып, бейеү флешмобында ҡатнаша, уҡытыусылар күмәкләп хор менән йырлай, ә ата-әсәләр үҙенсәлекле ҡотлау менән сығыш яһай.

«Мәктәп тамамлау – онотолмаҫ байрам. Сығарылыш уҡыусылары был көндө ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырырлыҡ итеп ойошторорға теләйбеҙ. Күләмле, яуаплы сара. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – байрамда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү», – тигән Өфө вице-мэры.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас