+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Мая 2022, 11:23

9 майҙа Өфө тамашасылары алдында билдәле йырсылар МакSим, Лев Лещенко һәм Николай Басков сығыш яһаясаҡ

 Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында Еңеү көнөнә арналған «Бөйөк ҡаһарманлыҡ — халыҡ хәтерендә!» исемле концерт үтәсәк. Был хаҡта республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Байрамда тағы байтаҡ танылған артистарҙың сығышы көтөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
9 майҙа Өфө тамашасылары алдында билдәле йырсылар МакSим, Лев Лещенко һәм Николай Басков сығыш яһаясаҡ9 майҙа Өфө тамашасылары алдында билдәле йырсылар МакSим, Лев Лещенко һәм Николай Басков сығыш яһаясаҡ
9 майҙа Өфө тамашасылары алдында билдәле йырсылар МакSим, Лев Лещенко һәм Николай Басков сығыш яһаясаҡ

Программа киске сәғәт 7-лә башлана. Өфө тамашасылары алдында билдәле йырсылар МакSим, Лев Лещенко һәм Николай Басков сығыш яһаясаҡ. Унда шулай уҡ башҡорт эстрадаһы артистары һәм ижади коллективтар: Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Александр Лынник, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Геннадий Родионов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин, популяр йәш башҡарыусылар Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Әлфиә Ниғмәтуллина, Илдар Абдуллин, Алиса Жумагалиева, Ришат Рәхимов, «Джентельмены», «Премьер» төркөмдәре, «Zainetdin Neo Vision» шоуы ҡатнаша. 

Сара киске сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамланасаҡ.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас