+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
29 Апрель 2022, 20:00

Көс бирә тыуған ер

“Яҡташлыҡ көсө”  форумында иҡтисадсы, Тотороҡло үҫеш мәсьәләләре буйынса альянс генераль директоры Андрей Шаронов, Украиналағы ситуацияны көйләү буйынса бәйләнеш төркөмө вәкиле Азамат Ҡолмөхәмәтов, танылған журналист Владислав Флярковский, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков та ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көс бирә тыуған ерКөс бирә тыуған ер
Көс бирә тыуған ер

“Яҡташлыҡ көсө”  форумында иҡтисадсы, Тотороҡло үҫеш мәсьәләләре буйынса альянс генераль директоры Андрей Шаронов, Украиналағы ситуацияны көйләү буйынса бәйләнеш төркөмө вәкиле Азамат Ҡолмөхәмәтов, танылған журналист Владислав Флярковский, билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков та ҡатнашты.

 

“Тыуған ҡалам Өфө – минең өсөн көс-дәрт биргән изге урын”, – ти иҡтисадсы, тотороҡло үҫеш мәсьәләләре буйынса Альянс генераль директоры Андрей Шаронов. Маҡсат ҡуйһаң, уны тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа килә, тип билдәләй ул.

Билдәле скульптор, педагог, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Художество академияһы академигы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Щербаков данлыҡлы генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен эшләү мөмкинлеге тыуғанға яҙмышына рәхмәтле булыуын белдерҙе. “Был ҙур, ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы проект. Үткәндәрҙе тергеҙеү өсөн генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, киләсәк өсөн мөһим ул. Ҡаһарманлыҡ, тыуған ил өсөн үҙеңде ҡорбан итеүгә әҙерлек, ҡыйыулыҡ, дарман, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу, баҫалҡылыҡ – башҡорт халҡына хас сифаттар һәйкәлдә сағыласаҡ ”, – ти ул.

Танылған журналист , “Россия-Культура” телеканалы алып барыусыһы Владислав Флярковский ҙа – Башҡортостандан икән. “Октябрьский ҡалаһынан өс айлыҡ ҡына сағымда алып китһәләр ҙә, тыуыу тураһында таныҡлығымдағы был яҙыуҙы байраҡтай итеп күтәреп йөрөттөм. Был ҡаланы яратам, уның алдан уйланып төҙөлгән архитектураһы ла күңелемә яҡын”, – тип бүлешә ул.

 

Билдәле яҡташтарыбыҙға “Башҡортостан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены бирелде.

Сараның төп маҡсаты – тыуған ерен яратҡан кешеләрҙе, республикабыҙҙа тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙе берләштереү, уларға аралашыу-танышыу мөмкинлеге биреү. Форум барышында төрлө түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия майҙансыҡтары ойошторолдо.

2021 йылдың мартында тормошҡа ашырыла башлаған “Атайсал – кесе Ватан” проекты буйынса  биш мең ярым изге эш тормошҡа ашырылған. Ошо ваҡыт эсендә порталда ике меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Республика  ҡалалары һәм ауылдары үҫешенә 570 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас