+9 °С
Ясно


Йома, 29 апрелдә, Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 17 проценттан 14 процентҡа тиклем төшөрөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер айҙа икенсе тапҡыр шундай ҡарар ҡабул ителде. Апрель башында пландан тыш ултырышта банк ставканы 20 проценттан 17 процентҡа тиклем төшөргәйне.
«Рәсәй иҡтисады өсөн тышҡы шарттар ҡатмарлы булып ҡала, иҡтисади эшмәкәрлекте ныҡ сикләй. Шул уҡ ваҡытта хаҡ һәм финанс тотороҡлоғо өсөн хәүеф кәмене, был төп ставканы төшөрөү өсөн шарттар тыуҙырҙы», — тип хәбәр ителгән банктың Telegram-каналында.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.