+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Апреля 2022, 16:00

Дауаханаларға махсус автомобилдәр ҡайтартыла

Физик мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы ташыу өсөн Lada Largus базаһындағы 22 яңы автомобиль бөгөн ҡайһы бер район дауаханаларына, Стәрлетамаҡтың 2-се һәм Өфөнөң 13-сө һәм 21-се дауаханаларына юлланды. Баш табиптарға автомобилдәр асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дауаханаларға махсус автомобилдәр ҡайтартылаДауаханаларға махсус автомобилдәр ҡайтартыла
Дауаханаларға махсус автомобилдәр ҡайтартыла

Физик мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы ташыу өсөн Lada Largus базаһындағы 22 яңы автомобиль бөгөн ҡайһы бер район дауаханаларына, Стәрлетамаҡтың 2-се һәм Өфөнөң 13-сө һәм 21-се дауаханаларына юлланды. Баш табиптарға автомобилдәр асҡысын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

 Заманса машиналар пациенттарҙы, шул иҫәптән инвалид коляскаларындағы ауырыуҙарҙы медицина тикшереүҙәренә һәм консультацияға, кәрәк икән – дауаханаға һалыуға алып барыу өсөн иҫәпләнгән.  

Автомобилдә барыу уңайлы һәм хәүефһеҙ булһан өсөн, бөтә кәрәкле яйланмалар ҡуйылған. Ул, коляскалағы ауырыу инә алһын өсөн, махсус ҡулайлама менән йыһазландырылған.

Пассажир салонында кондиционер бар, асылмалы артҡы ишектәр яғынан өҫтәмә яҡтыртыу ҡуйылған, иҙәне дым тартмай һәм таймай торған япма менән ҡапланған.

Башҡортостан Башлығы республиканың медицина ойошмаларына тағы ла 250 ошондай махсус машина кәрәк булыуын билдәләне. Улар айырыуса республика райондарына кәрәк. Радий Хәбиров бындай автомобилдәрҙе йыл һайын һатып аласаҡтарын, 2024-2025 йылдарға дауаханалар улар менән тулыһынса тәьмин ителәсәген әйтеп үтте.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас