+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Апреля 2022, 03:45

Башҡортостан менән Рәсәй Фәндәр академияһы араһында килешеү төҙөлдө

Кисә “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Фәндәр академияһының Төбәк сәйәсәте советы ултырышы уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан менән Рәсәй Фәндәр академияһы араһында килешеү төҙөлдөБашҡортостан менән Рәсәй Фәндәр академияһы араһында килешеү төҙөлдө
Башҡортостан менән Рәсәй Фәндәр академияһы араһында килешеү төҙөлдө

Кисә “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Фәндәр академияһының Төбәк сәйәсәте советы ултырышы уҙҙы.

Форум эшендә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев, ғилми ойошмалар һәм тикшеренеү үҙәктәре етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, Федераль Йыйылыш депутаттары ҡатнашты.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты билдәләүенсә, Өфө илебеҙҙә беренсе булып Төбәк сәйәсәте советының күсмә ултырыштарын үткәреү эстафетаһын ҡабул итте. «Төбәктәрҙә федераль ғилми учреждениелар менән үҙ-ара эш итеү өсөн ошондай совет кәрәк икәнен күрҙек. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко был идеяны хупланы. Тергеҙелгән советтың тәүге ултырышы Санкт-Петербургта үтте. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының 180 ағзаһы эшләй. Икенсе ултырышты беҙ Өфөлә үткәрергә тәҡдим иттек, сөнки күптән көтөлгән фән һәм технологиялар үҫеше динамикаһын күрҙек. Республика юғарыраҡ позициялар яулай. Евразия ғилми-белем биреү үҙәге проекты менән еңеп сыҡтығыҙ, студент кампустарының береһе һеҙҙә төҙөлә. Республиканың өс юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк - 2030» федераль проектында еңеүсе булды. Фәндәр академияһы һәм ғилми берләшмә һеҙгә артабанғы үҫешергә ярҙам итергә теләй», – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында Рәсәй төбәктәрендә фәнде һәм инновация тармаҡтарын үҫтереү өсөн Советтың күсмә ултырыштарын үткәреү идеяһын ыңғай баһаланы. Ул шулай уҡ “Фән һәм университеттар” милли проекты сараларында ҡатнашыуҙың мөһимлеген билдәләне. Радий Хәбиров донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашҡан юғары уҡыу йорттарына республика ярҙамы тураһында ла һөйләне. Төбәк етәксеһе 2022 йылға 200 миллион һумлыҡ гранттар булдырған. Һүҙ Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йорттары хаҡында бара. Улар иҫәбенә Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты нигеҙендә ойошторолған Өфө фән һәм технологиялар университеты ла инә. Башҡортостан Башлығы, йыл башында йәш ғалимдарға өҫтәмә ярҙам күрһәтергә ҡарар иттек, тине.

Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Фәндәр академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү төҙөү ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул ителде. Документ фәнни, фәнни-техник, инновация һәм мәғлүмәт-аналитика эшмәкәрлеге, шул иҫәптән республиканың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса ғилми тикшеренеүҙәрҙең перспективалы йүнәлештәрен билдәләүгә булышлыҡ итеү, фәнде, ғилми белемде, фән һәм техника ҡаҙаныштарын популярлаштырыу, йәштәрҙең фән һәм мәғариф интеграцияһын, ғилми-техник ижадын үҫтереү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеүҙе күҙ уңында тота.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы фотоһы. 

Автор:
Читайте нас