

29 апрелдә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Башҡортостан Республикаһы законының 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индерәсәк закон проектын ҡабул итергә йыйына. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ишле ғаиләләр һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йорт һалыу өсөн бушлай ер участкаһына хоҡуҡлы, әммә уны алыу өсөн балалар ата-әсәләре менән бергә йәшәргә, шул уҡ адрес буйынса теркәлергә тейеш. Ғәмәлдә иһә был ҡайһы берҙә мөмкин түгел, шул арҡала участкаға хоҡуғы булған ғаилә уны тормошҡа ашыра алмай. Хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе лә проблеманың мөһимлеген раҫлай: 2018-2020 йылдарҙа шул сәбәпле 30-ҙан ашыу ишле ғаилә бушлай ер алыу өсөн иҫәпкә тора алмаған. Закон проекты ҡабул ителһә, был талап бөтөрөләсәк.
Сығанаҡ: “Башинформ".