+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 04:55

Талпандарҙан һаҡланайыҡ!

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, Өфөлә табиптарға 33 өлкән кеше һәм 14 бала тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Галина Пермина билдәләүенсә, гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 44  бөжәк тикшерелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Талпандарҙан һаҡланайыҡ!Талпандарҙан һаҡланайыҡ!
Талпандарҙан һаҡланайыҡ!

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдереүенсә, Өфөлә  табиптарға 33 өлкән кеше һәм 14 бала тәндән алынған талпанда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Ул билдәләүенсә, гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында 44  бөжәк тикшерелгән, уларҙа энцефалит һәм боррелиоз вирусы табылмаған. 

8 майға тиклем быйыл 555 гектар майҙанды талпандарҙан, 497 гектарҙы серәкәйҙәрҙән һәм 436 гектарҙы һыу ятҡылыҡтарында серәкәй ҡарышлауыҡтарынан, шулай уҡ 10 400 гектар ерҙе кимереүселәрҙән эшкәртеү планлаштырыла. «Эштәрҙе беҙҙең хеҙмәткәрҙәр Рәсәй биләмәһендә рөхсәт ителгән һәм халыҡ өсөн хәүефһеҙ булған заманса препараттарҙы һәм яңы махсус ҡорамалдарҙы файҙаланып, ғәмәлдәге санитар ҡануниәткә ярашлы башҡарасаҡ», — тине Республика дезинфекция үҙәгенең баш табибы  Павел Мочалкин. Талпан ҡаҙалмаһын өсөн медицина хеҙмәткәрҙәре ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш итә. Урманда оҙон еңле, асыҡ төҫтәге кейем, оҙон ҡуңыслы итек кейеү, өйгә ҡайтҡас, тәнде ентекләп ҡарап сығыу мотлаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас