+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 09:19

Сәләмәт тыуһын, һау үҫһен бәпестәр

Республика медицина-генетика үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йыл һайын 300-гә яҡын сабый генетик үҙгәрештәр менән донъяға килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәләмәт тыуһын, һау үҫһен бәпестәрСәләмәт тыуһын, һау үҫһен бәпестәр
Сәләмәт тыуһын, һау үҫһен бәпестәр

Республика медицина-генетика үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йыл һайын 300-гә яҡын сабый генетик үҙгәрештәр менән донъяға килә. 2021 йылда республикала тыуған бөтә балаларға ла скрининг үткәрелгән – 40 меңләп тикшереү уҙғарылған. Неонаталь скриниг – яңы тыуған бәпестәрҙе тикшереү фенилкетонурия, галактоземия, адреногениталь синдром, тыумыштан була торған гипотиреоз, муковисцидоз тигән сирҙәр булыу-булмауын асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.

“Тайпылыштарҙы иртә асыҡлау мөһим, профилактик саралар ни тиклем иртәрәк башланһа, өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү ҡурҡынысы шул тиклем кәмерәк. Мәҫәлән, нәҫелдән күсеүсе фенилкетонурия тигән сир менән ауырыусы балаларға фенилаланин ҡушылған ризыҡтар (һағыҙ, газлы һыу) ярамай. Был аминокислота организмды ағыулай, баш мейеһе зарарланыуына килтерә”, – ти медицина-генетика үҙәгенең баш табибы Фәнил Билалов.

Бында һирәк осраусы (орфан) сирҙәр үҙәге эшләй. Башҡортостанда ундай ауырыуҙарға тарыусылар – 545.

Республика медицина-генетика үҙәгендә 2023 йылдан алып яңы тыуған бәпестәрҙе нәҫелдән күсеүсе 36 сиргә тикшерә башлаясаҡтар. Әле күләмле был проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек алып баралар, яңы ҡорамал менән айырым бина әҙерләнә.

Фото “Башинфом”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас