

Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстары тапшырылды. Яңы фатирҙар Благовещендың йәшәү өсөн уңайлы микрорайонындағы матур йорттарҙа урынлашҡан. Яҡында ғына балалар баҡсаһы, мәктәп, ял итеү өсөн парк, спорт майҙансығы бар. 15 йорт туйлаусының һәр ҡайһыһы уңайлы һәм иркен лоджияһы булған 36 квадрат метрҙан ашыу майҙандағы үҙенең бер бүлмәле фатирында йәшәйәсәк. Уларҙа донъя көтөү өсөн бөтә шарттар булдырылған: эсе тулыһынса эшләнгән, электроплита, заманса вентиляция, сантехника ҡуйылған һәм бөтә кәрәкле коммуникациялар үткәрелгән – инеп йәшә генә!
«Бөгөн бик шатлыҡлы ваҡиға – үҙ фатирығыҙҙың асҡысын ҡулығыҙға алдығыҙ. Һеҙгә көнкүреш тормошоғоҙҙо яйға һалып, донъяғыҙҙы йәмләп, матур итеп йәшәп китеүегеҙҙе теләйбеҙ”, – тип ҡотланы Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков. Һәр кеше торлаҡлы булыуға хоҡуҡлы һәм етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар айырыуса дәүләт ярҙамына мохтаж.
Фото: "Башинформ"дан.