+17 °С
Облачно


28 апрелдән Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алыу өсөн конкурсҡа ғаризаларҙы ҡабул ителә.
Унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ғына ҡатнаша ала.
Конкурстың бюджеты 50 миллион һум тәшкил итә. Гранттың бер проектҡа бүленә алған иң юғары күләме өс миллион һумдан артмай.
Грант конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 2022 йылдың 28 апреленән 30 майының 17.00 сәғәтенә тиклем грантыглавы102.рф сайтында ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 903 311 69 37; 8 967 453 92 72.