-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 16:13

Бер тәүлектә 143 яҡташыбыҙ сирләгән, 122-һе һауыҡҡан

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә коронавирус инфекцияһы 143 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер тәүлектә 143 яҡташыбыҙ сирләгән, 122-һе һауыҡҡанБер тәүлектә 143 яҡташыбыҙ сирләгән, 122-һе һауыҡҡан
Бер тәүлектә 143 яҡташыбыҙ сирләгән, 122-һе һауыҡҡан

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә коронавирус 143 яҡташыбыҙҙа асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 285 178-гә еткән.

Бөгөнгө көндә республикала 900-гә яҡын сырхау ковид менән ауырый. 161-е стационарҙарҙа ята, уларҙың 97-һе – 60-ты уҙған. Инфекцияға ныҡ бирешмәйенсә өйҙәрендә дауаланыусылар – 734, 258-е – шулай уҡ өлкән йәштәгеләр.

Зәһәр вирусты барлығы 278 681 кеше еңеүгә өлгәшкән. Һуңғы тәүлектә унан һауығыусылар – 122.

Башҡортостанда коронавирус йәмғеһе 5 602 кешенең ғүмерен алып киткән, үткән тәүлектә ике үлем осрағы теркәлгән.

Республикабыҙҙа вакцинация әүҙем дауам итә. Ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын 2 582 553 яһатҡан, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 2 445 798.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас