-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 07:33

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында яңы урынбаҫар

Дәүләт Йыйылышы депутаты, уңған гүзәл зат Башҡортостандың Хеҙмәт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында яңы урынбаҫарБашҡортостандың Хеҙмәт министрлығында яңы урынбаҫар
Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында яңы урынбаҫар

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе урынбаҫары Айгөл Гәрәева республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына министр урынбаҫары булып эшкә күсә. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдергәндәр.

Айгөл Гәрәева 1981 йылда Илеш районында тыуған, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда Өфө районы Чесноковка ауылы урта мәктәбенең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы булып башлай, шул уҡ мәктәптә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары була. 2010-2018 йылдарҙа — «Мәрхәмәт» хәйриә фонды президенты. Башҡортостанда хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы һәм иртә ярҙамды үҫтереү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ағзаһы.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы.

Автор:
Читайте нас