-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Апреля 2022, 03:59

9 Майҙа Өфөлә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай

Концертҡа ветерандар, локаль һуғыштарҙа һәм ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, республика халҡы һәм ҡунаҡтары саҡырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
9 Майҙа Өфөлә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай9 Майҙа Өфөлә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай
9 Майҙа Өфөлә Николай Басков һәм Лев Лещенко сығыш яһай

Еңеү көнөнә Өфөгә байрам программаһында ҡатнашыу өсөн Рәсәй сәхнәһе йондоҙҙары килә. Асыҡ һауалағы байрамда Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко сығыш яһай.

«Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙанындағы концертта башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ла ҡатнаша. Программа киске 7-лә башлана. Сара сәғәт 10-да байрам фейерверкы менән тамамлана.

Фото:Anatoly Lomokhov/Global Look Press/www.globallookpress.com

Автор:
Читайте нас