+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апреля 2022, 03:30

Яңы техника ҡайтарыла

Өфө ҡалаһының коммуналь хеҙмәте предприятиелары паркы ошо көндәрҙә яңы техника менән тулыланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы техника ҡайтарылаЯңы техника ҡайтарыла
Яңы техника ҡайтарыла

Өфө ҡалаһының коммуналь хеҙмәте предприятиелары паркы ошо көндәрҙә яңы техника менән тулыланды.

Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев билдәләүенсә, үткән йомала муниципаль учреждениеларға “Урал” йөк машинаһы базаһындағы биш  ВМКД-2015  техникаһы  тапшырылған. Улар  күп функциялы - йәйгеһен урам һәм тротуарҙарҙы йыуыу, ҡышҡыһын урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән.

Унан алдағы көндә, 21 апрелдә, коммуналь предприятиелар Белорусиялағы  “Амкодор” машиналар төҙөү компанияһы етештергән  74,7 миллион һумлыҡ 11 йөк тейәгес машинаһын алғайны. 

2022 йылда коммуналь техника алыуға республика бюджетынан 1,43 миллиард һум аҡса бүленә. Барлығы 200 берәмек техника ҡайтарыласаҡ.

Автор:
Читайте нас