+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апреля 2022, 10:10

Йәшел Башҡортостан

Уҙған ял көндәрендә ҡала һәм ауылдарҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу сараһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияла әүҙем ҡатнашҡан төбәк халҡына үҙ рәхмәтен белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәшел БашҡортостанЙәшел Башҡортостан
Йәшел Башҡортостан

Уҙған ял көндәрендә ҡала һәм ауылдарҙа “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу сараһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияла әүҙем ҡатнашҡан төбәк халҡына үҙ рәхмәтен белдерҙе.

  • “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 85 мең үҫенте ултыртылған. Уларҙың 14 меңе 2,5 метрҙан да бейегерәк  эре ағастар. Башлыса аллеялар өсөн ағастар алдан уйлап ултыртылды. Был акция традицион рәүештә йылына ике тапҡыр ойошторола. Экологик проекттың яҙғы этабы 23 апрелдә старт алды һәм ул 10 майҙа тамамланасаҡ. Респулика торлаҡ – коммуналь хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ағас ултыртыуҙа 200 мең кеше ҡатнашҡан. Барығыҙға ла үҙ рәхмәтемде белдерәм,- тигән Республика етәксеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас