+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апреля 2022, 11:13

Вирус көндән-көн нығыраҡ сигенә

Республикала коронавирус сигенеүен дауам итә: сирҙе йоҡтороу осраҡтары аҙаҡҡы 30 көндә – 83 процентҡа, үткән аҙнала 42 процентҡа кәмегән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирус көндән-көн нығыраҡ сигенәВирус көндән-көн нығыраҡ сигенә
Вирус көндән-көн нығыраҡ сигенә

Республикала коронавирус сигенеүен дауам итә: сирҙе йоҡтороу осраҡтары аҙаҡҡы 30 көндә – 83 процентҡа, үткән аҙнала 42 процентҡа кәмегән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

“Башҡортостан вакцинация кимәле юғары булыу һөҙөмтәһендә ковидҡа бәйле хәүеф кимәле буйынса йәшел зонала тора. Республиканың 47 районында прививка яһау буйынса план 100 проценттан ашыуға үтәлгән. 15 районда был күрһәткес 80 проценттан 90 процентҡа тиклем тәшкил итә, Межгорьела – 79 процент”, – тип билдәләне Азат Рәхмәтуллин.

25 апрелгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 285 035 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә вирус 151 ауырыуҙа раҫланған.

Әле 725 кеше – амбулатор шарттарҙа, тағы ла 151-е стационарҙарҙа дауалана.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә инфекциянан 140 кеше ҡотолған. Пандемия башланғандан алып унан сәләмәтләнеүселәр – 263 461.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас