+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Апреля 2022, 06:12

Башҡорт теленән диктанттың рәсми һөҙөмтәләрен көтәбеҙ

Республикала башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға мең ярым  майҙансыҡ ойошторолған. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт теленән диктанттың рәсми һөҙөмтәләрен көтәбеҙБашҡорт теленән диктанттың рәсми һөҙөмтәләрен көтәбеҙ
Башҡорт теленән диктанттың рәсми һөҙөмтәләрен көтәбеҙ

Республикала башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға мең ярым  майҙансыҡ ойошторолған. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

 Әсә теленән үҙҙәренең белемдәрен тикшерергә теләгән кешеләр уны онлайн һәм офлайн форматта яҙҙы. Диктант яҙыусылар араһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин, һәр ведомство - министрлыҡ, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр бар ине.

Диктантты  онлайн яҙыусылар уны  Башҡортостан Юлдаш каналында, “Бәйләнештә” селтәрендә, телеграм каналда тура трансляцияла тыңланы.

Халыҡ - ара диктант өс йүнәлештә - башҡорт телен уртаса белеүселәр, иркен һөйләшеүселәр һәм төнъяҡ- көнбайыш диалекты өсөн уҡылды.

Уның тәүгеһен “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Ишдәүләтов,  Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев – башҡорт телендә иркен һөйләшеүселәр өсөн, ә төнъяҡ- көнбайыш диалекты өсөн Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи- мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Нуриева уҡыны.

Диктант яҙыусылар халыҡ- ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуҙы раҫлаған сертификатҡа эйә булды.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/  сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

#БашДиктант2022#диктантпобашкирскомуязыку#башҡорттелендәдиктант#БашФонд#Башкортостан#РодныеЯзыки#Башҡорттар

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас