

Башҡортостан “ZaРоссию” музыкаль- патриотик марафонға ҡушылды. Бөгөн, йәғни 22 апрелдә Өфөнөң Конгресс- холл майҙанында ҙур концерт үткәрелә. Унда республика башҡарыусыларынан тыш, Мәскәүҙең рок- йондоҙҙары Александр Ф. Скляр и “ВА- БАНКЪ”, “СерьГа” һәм Сергей Галанин кеүек төркөмдәр, йырсылар ҡатнаша.
Шулай уҡ Карина Низамова һәм Prado төркөмө, этно- коллектив Zainetdin һәм башҡалар өс сәғәтлек концерт программаһында сығыш яһай.
Республика биләмәләрендә музыкаль- патриотик марафон 24 апрелгә тиклем дауам итә. Уның маршруты 8 ҡала һәм ауылды берләштерә. Шулай уҡ башҡарыусылар араһында “Арғымаҡ” төркөмө, Рәил Өмөтбаев,Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филрамонияһының йәш йырсылары ла бар.