-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Апреля 2022, 05:04

Йәштәргә юл асыҡ

“Карьера төнө” форумында йәш эшҡыуарҙарға “Йәшлек. Бизнес” программаһы тураһында һөйләнеләр. Өфөлә “Арт-КВАДРАТ”та үткән форум студенттарҙы, йәш эшҡыуарҙарҙы, яңы эш башлаған белгестәрҙе берләштерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәргә юл асыҡЙәштәргә юл асыҡ
Йәштәргә юл асыҡ

“Карьера төнө” форумында йәш эшҡыуарҙарға “Йәшлек. Бизнес” программаһы тураһында һөйләнеләр.

Өфөлә “Арт-КВАДРАТ”та үткән форум студенттарҙы, йәш эшҡыуарҙарҙы, яңы эш башлаған белгестәрҙе берләштерҙе.

 

Форумды ойоштороусы – AIESEC йәштәр ойошмаһының төбәк бүлексәһе.

БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса эш төркөмө етәксеһе Эльвир Нафиҡов йәш йүнселдәр өсөн мөмкинлектәр тураһында һөйләне, “Йәшлек. Бизнес” программаһы менән таныштырҙы.

–  “Росмолодёжь. Бизнес” Бөтә Рәсәй йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү программаһы сиктәрендә эш төркөмө “Йәшлек. Бизнес” программаһын эшләне. Унда Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары өсөн саралар комплексы ингән. Проект төбәктәге йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя, – ти  БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Программаға эшлекле коммуникация, тайм-менеджмент, стресҡа ҡаршы тороу, ораторлыҡ оҫталығы, командала эшләү, бизнес нигеҙҙәре, менеджмент, маркетинг, инвестициялар, проектлау, һалым түләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ингән.

AIESEC – 18 – 30 йәшлектәр өсөн лидерлыҡ тәжрибәһен өйрәткән халыҡ-ара йәштәр ойошмаһы. Ойошма 118 ил йәштәрен берләштерә. Өфөлә AIESEC 2004 йылда рәсми теркәлгән.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас