+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Апреля 2022, 17:07

Сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөй

Табиптар бригадалары үҙ эшен график буйынса алты районда дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөйСәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөй
Сәләмәтлек поездары ауылдар буйлап йөрөй

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, күсмә флюорографтар  һәм маммографтар, күсмә ФАП-тар һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре ҡатнаша.

Бригадаларға терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринолог һәм башҡа белгестәр ингән.

Акция барышында табиптар республиканың бөтә райондары буйлап йөрөйәсәк: ауыл кешеләре уларҙан консультация, тәүге медицина ярҙамы алыу, медицина тикшереүе үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Акция башланғандан алып әлегә тиклем 2 296 кеше ҡаралған. 1410 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 916 флюорография, 494 маммография үткәрелгән.

200 кешенең ҡанында – глюкоза кимәле юғары, 169-ында – холестерин күп булыуы, 263-өндә – юғары ҡан баҫымы, 167-һендә артыҡ ауырлыҡ асыҡланған.

205 кешелә социаль әһәмиәткә эйә сирҙәр билдәләнгән: шул иҫәптән 116-һына – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, 52-һенә – шәкәр диабеты, берәүһенә туберкулез диагнозы ҡуйылған. Дүртәүһендә яман шеш үҫешеүенә шик тыуған. Уларҙың барыһы ла диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә, дауалауға ебәрелгән, табип күҙәтеүе аҫтына алынған.

Ошо акция сиктәрендә 399 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка, 119-ы ревакцинация  эшләткән.  

Бригадалар үҙ эшен график буйынса алты районда дауам итә:

 – Өфө маршруты Архангел районында эшен тамамлай ( 25-26 апрелдә – Бакалдино, 27-28 апрелдә – Абҙан, 29 апрелдә – Тирәкле ауылдарында);

– Дыуан маршруты Салауат районында эшен тамамлай (27-29 апрелдә – Лаҡлы ауылында);

– Нефтекама маршруты Бөрө районында эшен тамамлай (22 апрелдә – Иҫке Бурны, 25 апрелдә – Осиновка, 26 апрелдә – Суслово, 27-29 апрелдә Бахтыбай ауылдарында);

– Октябрьский маршруты Бүздәк районында эшен тамамлай (25-27 апрелдә – Комсомол, 28-29 апрелдә Ташлыкүл ауылдарында);

– Стәрлетамаҡ маршруты Ауырғазы районында эшен тамамлай (25-26 апрелдә – Степановка, 27-28 апрелдә – Төрөмбәт һәм 29 апрелдә Усман ауылдарында);

 – Белорет маршруты Белорет районында эшен тамамлай (28-29 апрелдә – Үҙән ауылында).

Бөтә алты маршрут бригадалары ла ауылдарға график буйынса бара. Барлығы 26 күсмә комплекс йәлеп ителгән, 156 белгес эшләй.

Табиптарға алдан яҙылыу кәрәкмәй – улар “йәнле сират” буйынса ҡабул итә.

Фото БСТ сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас