+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Апреля 2022, 06:54

Фән һәм ижад байрамы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле ғалимә, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Солтангәрәеваның “Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции” исемле ике томлыҡ китабының исем туйы булып үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фән һәм ижад байрамыФән һәм ижад байрамы
Фән һәм ижад байрамы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле ғалимә, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Солтангәрәеваның “Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции” исемле ике томлыҡ китабының исем туйы булып үтте. Осрашыу Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылына бағышланды.

Сарала билдәле фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент Гөлназ Галина, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих тел һәм әҙәбиәт институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөбөтдинова, шулай уҡ “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, “Ашҡаҙар” радиоһы хәбәрсеһе Зөмәйрә Сафина һәм башҡалар ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар китаптың башҡорт фольклорында ҙур күренеш булыуын, ғалимәнең фән донъяһындағы фиҙакәр хеҙмәтен билдәләне, уның баһалап бөткөһөҙ педагогик һәм ижади эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең, йолаларыбыҙҙың халҡыбыҙ тормошондағы, мәҙәниәтендәге әһәмиәте, ауыҙ-тел ижадыбыҙ ынйылары – ҡобайырҙарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, сәсәнлек традициялары тураһында бәйән итте. Фольклорсы башҡарыуындағы рухлы ҡобайырҙар осрашыуға ҡабатланмаҫ аһәң өҫтәне. Билдәле думбырасы Гүзәл Үмәрғәлинаның думбырала уйнауы күңелдәрҙе илаһи боронғо моңға сорнаны.

Был баҫма башҡорт фольклористикаһының актуаль һәм өйрәнелмәгән проблемаларына арналған тәрән монографик тикшеренеүҙәрҙән ғибәрәт. Унда фольклорҙың төрлө жанрҙарының, мифология һәм этнографияның трансформацияһы, семантикаһы тикшерелә. Шаманлыҡ традициялары, бейеү фольклоры кеүек боронғо мәҙәниәт күренештәренең тәүмифологик символикаһы, эпостың, риүәйәтселектең тәүидеяһы һәм кодтары асыла. Баҫмала башҡорт календарь-йола фольклорын мифтар, ышаныуҙар, магия, шулай уҡ йырҙар менән берлектә өйрәнеү сағылыш таба. Изге тауыбыҙ Торатауға, уның башҡорттарҙың рухи мәҙәниәтендә һәм календарь йолаларында тотҡан урынына айырым бүлек арналған.

Китапҡа экспедицияларҙа бөртөкләп, ҡәҙерләп йыйылған, хазинаға тиң бик күп материалдар индерелгән. Унда кеше менән тәбиғәттең XXI быуаттағы мөнәсәбәттәренә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.

Осрашыуҙа студенттарҙың күп булыуы бигерәк тә ҡыуандырҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙең, халыҡ ижады байлыҡтарының йәш быуынға барып етеүе, шулай уҡ уларҙа быуаттан быуатҡа күсеп килгән йола тәғлимәттәренә ихтирам тәрбиәләнеүе ифрат һөйөнөслө. Ғәжәйеп йылылыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған был сара күңелдәргә нурҙар һипкән фән һәм ижад байрамы булды.

Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – филология фәндәре докторы, арҙаҡлы фольклорсы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, М. Аҡмулла премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге башҡорт фольклорын, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен йыйыу, өйрәнеү һәм популярлаштырыуға арналған. Ул – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Сәсәндәр мәктәбен ойоштороусы ла.

Фото социаль селтәрҙән алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас