

“Ауыл хужалығы өлкәһендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән фермерға ла, ҙур холдингҡа ла иғтибар ҙур”, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Башҡортостан иҡтисадына санкция шарттарында ярҙам сараларына арналған брифинг барышында.
– Беҙ һәр саҡ улар менән бәйләнеш тотабыҙ. Райондар, атап әйткәндә, ауыл хужалығы идаралыҡтары етәкселәре, хакимиәт башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, һәр аграрий менән туранан-тура эшләй. Мәғлүмәт-консультация селтәрҙәре лә уңайлы. Республикала ауыл хужалығы консультация үҙәге эшләй, мессенджерҙарҙа дөйөм чаттар ҙа бар, – ти ул.
Илшат Фәзрахманов быйыл аграрийҙарҙың яҙғы сәсеү эштәренә иртәрәк төшөүен билдәләп үтте. Ул эштәргә байтаҡ сығым китә – сәсеү өсөн 20 миллиард һум аҡса кәрәк. Баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанағы булып банктарҙың льготалы кредиты тора. Федераль бюджет быйыл Башҡортостан аграрийҙарына льготалы кредит биреү өсөн бер миллиард һум аҡса бүлә. Республика аграрийҙары өсөн 5 процентҡа тиклем льготалы ставка буйынса 11 миллиард һумлыҡ кредит алырға мөмкинлек тыуа.