+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Апреля 2022, 06:47

Ағиҙел буйлап яңы сәйәхәт көтә

Йылға буйлап заманса теплоходтар йөҙөргә сығасаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙел буйлап яңы сәйәхәт көтәАғиҙел буйлап яңы сәйәхәт көтә
Ағиҙел буйлап яңы сәйәхәт көтә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙәсәк яңы һәм уңайлы теплоходтар тураһында белешмә биргән:

"Яңыраҡ, март айында, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйлап круиз ойоштороу менән шөғөлләнгән инвестор менән осраштым. Унда заманса пассажир судноларының май уртаһынан йөрөй башлаясағы хаҡында килешкәйнек.

 5 -7 майҙа "Мегаполис" һәм "Колесов" теплоходтарының Өфөгә килеүен көтәбеҙ, ә июлдә "Доброход" теплоходы киләсәк. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары үҙ ялын уңайлы һәм күңелле итеп үткәрә аласаҡ. Инвестор менән килешелгәнсә, хаҡтар артмаясаҡ".

Фото: fleetphoto.ru

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас