+1 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Апреля 2022, 03:20

«Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәреү көнө раҫланды

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡала мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыу көнөн раҫланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәреү көнө раҫланды«Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәреү көнө раҫланды
«Һуңғы ҡыңғырау» байрамын үткәреү көнө раҫланды

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡала мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын уҙғарыу көнөн раҫланы – 25 май. Тейешле документ мэрияның сайтында баҫылған.

Өфө райондары хакимиәттәре башлыҡтарына, Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенә, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығына, Янғын һағы идаралығына, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлегенә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамын уҙғарғанда уҡыусылар араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау йәһәтенән саралар күреү бурысы йөкмәтелгән.

Мәғлүм булыуынса, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында Башҡортостанда «ҡоро закон» ғәмәлдә. Был көндө республикала сығарылыш уҡыусыларына спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Әлеге закон республикала 2017 йылда ғәмәлгә ингән.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас