+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Апреля 2022, 16:20

Тәүлек эсендә ковид 197 яҡташыбыҙҙа раҫланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 197 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүлек эсендә ковид 197 яҡташыбыҙҙа раҫланғанТәүлек эсендә ковид 197 яҡташыбыҙҙа раҫланған
Тәүлек эсендә ковид 197 яҡташыбыҙҙа раҫланған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус 197 ауырыуҙа асыҡланған, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 284 371-гә еткән. Шуларҙың 277 858-е һауығыуға өлгәшкән. Аҙаҡҡы тәүлектә сәләмәтләнеүселәр – 247.

Бөгөнгө көндә 153 ковид-ауырыу дауаханала ята, яртыһынан күберәге – 81-е – 60 йәште үткән кешеләр. Сирҙе сағыштырмаса еңел уҙғарыусы 769 сырхау өйөндә дауалана, 310-ы – өлкән йәштәгеләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән 24 сәғәттә зәһәр сир биш яҡташыбыҙҙың ғүмерен ҡыйған.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итеүен билдәләп китәбеҙ. Прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 2 572 704, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 438 146.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас