+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Апреля 2022, 08:35

Сәхнә түрендә Саптар

25 апрелдә “Торатау” конгресс-холл бинаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров етәкселегендәге “Саптар” өлгөлө балалар хореография студияһының “Сәхнә түрендә Саптар, Беҙ – Баймаҡтар” тип исемләнгән концерты буласаҡ. Был сара Башҡортостан хөкүмәте, мәҙәниәт министрлығының ярҙамы менән ойошторола.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәхнә түрендә СаптарСәхнә түрендә Саптар
Сәхнә түрендә Саптар

 

25 апрелдә “Торатау” конгресс-холл бинаһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров етәкселегендәге “Саптар” өлгөлө балалар хореография студияһының “Сәхнә түрендә Саптар, беҙ – Баймаҡтар” тип исемләнгән концерты буласаҡ. Был сара Башҡортостан хөкүмәте, мәҙәниәт министрлығының ярҙамы менән ойошторола.

“Саптар” балалар бейеү студияһы бынан бер- нисә йылдар элек ойошторолоп үҙенең сафына 4 йәштән 15 йәшкә тиклемге һәләтле балаларҙы йыйған. Ансамблдең тәрбиәләнеүселәре йыл һайын республика һәм унан ситтә лә төрлө фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашып Гран- при, беренсе дәрәжә дипломдар яуланы. Йәш бейеүселәр башҡорт бейеүе менән  Мәскәү, Туапсе, Сочи, Ҡаҙан ҡалаларын да таң ҡалдырҙы. Ошо йылдар эсендә студия Урал арьяғының  йәш һәләттәрен бөртөкләп йыйып бик күп бейеүселәр әҙерләп сығарҙы. Был балалар бөгөн Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарында белем алһа ла,  бейеү менән шөғөлләнеүен, “Саптар”ҙа алған традцияларҙы  дауам итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре педагог булып китте.

 Студия етәксеһе Радик Бакиров билдәләүенсә, баш ҡалаға “Саптар”   ансамблдең иң сағыу йондоҙҙарын алып килергә иҫәп тота. Улар башҡарыуындағы бейеүҙәр тамашасыларға хуш килер тип уйлайбыҙ, ти остаз. Балаларҙың тәүге концертында  Өфөлә йәшәп, ижад иткән Баймаҡ йырсылары, бейеүселәре лә сығыш яһаясаҡ. Был байрам шулай уҡ Баймаҡтан сыҡҡан яҡташтарҙың уртаҡ байрамына әйләнер тип ышанғы килә.

Концертҡа инеү бушлай. Ул 19 сәғәттә башлана.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас