

Ил Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнешкә Өфөлә “ Һәйбәт хәлдәр” фастфудын асҡан эшҡыуар Марат Нәсхетдинов сыҡты. Президент “Рәсәй- мөмкинлектәр иле” автономлы коммерция булмаған оойшмаларҙың күҙәтеү советының ултырышында ҡатнашты. Өфө егете башлыса өләсәйҙәр рецепты буйынса ҡыҫтыбый бешереп һатыуға ҡулайлашҡан бизнесы хаҡында һөйләне.
Тәү сиратта Марат милли аштар, “Макдоналдс” һәм башҡа сит ил маркалы ҡапҡылап алыу кафеларына, ярайһы конкуренция тыуҙыра ала тип белдерҙе. Бының менән Президент килеште.
Һөйләшеү башында Президент Марат Нәсхетдиновтан “Һәйбәт хәлдәрҙең” тәржемәһен һораны, уның хәләл продукция икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды, ә аҙағында ҡыҫтыбыйҙы мотлаҡ тәмләп ҡарарға тине. Эшҡыуар уны Мәскәүгә алып барыу хаҡында уйларға вәғәҙәләне.