+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Апреля 2022, 03:00

Талҡаҫ күле дәүләт һаҡлауы аҫтына алынды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән Баймаҡ районында урынлашҡан Талҡаҫ күленә айырым һаҡлана торған биләмә статусы бирҙе.

Талҡаҫ күле дәүләт һаҡлауы аҫтына алындыТалҡаҫ күле дәүләт һаҡлауы аҫтына алынды
Талҡаҫ күле дәүләт һаҡлауы аҫтына алынды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән Баймаҡ районында урынлашҡан Талҡаҫ күленә айырым һаҡлана торған биләмә статусы бирҙе.

Тейешле документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Уға ярашлы, күл биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, быраулау, шартлатыу һәм тау эштәрен башҡарыу, киптереү һәм гидромелиорация, электр тапшырыу линиялары һәм башҡа коммуникациялар һалыу, ҡалдыҡтар ташлау, шулай уҡ һунарҙың бөтә төрҙәре тыйыла.

Талҡаҫ күле 2021 йылдың 15 октябрендә тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылғайны инде.

Автор:
Читайте нас