-4 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Апреля 2022, 04:04

Радий Хәбиров Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһын раҫлаған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тураһында указға ҡул ҡуйған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһын раҫлағанРадий Хәбиров Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһын раҫлаған
Радий Хәбиров Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһын раҫлаған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары тураһында указға ҡул ҡуйған.

Документҡа ярашлы, дәүләт премиялары республиканың фәнни-техник ҡеүәтен үҫтереү, фән һәм техника өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереү өсөн булдырылған.

«Башҡортостан Республикаһының йыл һайын Республика көнөнә ҡарата берешәр миллион һум күләмендә бирелгән фән һәм техника өлкәһендәге өс дәүләт премияһын билдәләргә», — тиелә Радий Хәбировтың указында.

Премиялар республика бюджетынан түләнә.

Дәүләт премияһы номинациялары иҫәбендә — тәбиғи фәндәр; техник фәндәр; гуманитар һәм ижтимағи фәндәр.

Ғаризалар 2022 йылдың 10 майынан 30 сентябренә тиклем ҡараласаҡ.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас