

13-14 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамы үтә. Әле конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.
Программала үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре араһында конкурс, ижади лаборатория, конкурс еңеүселәре һәм байрам ҡунаҡтары ҡатнашлығында концерт ҡаралған.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре өс йәш категорияһында башҡарыу оҫталығын күрһәтергә тейеш. 12 йәшкә тиклемге һәм 12-16 йәшлек башҡарыусылар бер турҙа ярыша һәм ике музыкаль әҫәр (оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй) менән сығыш яһай.
16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн ике тур ҡаралған. Был йәш категорияһында үҙешмәкәр артистар дүрт әҫәр башҡара. Ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған профессиональ музыканттар алдында оҙон көй уйнау бурысы тора. Һайлап алыу өсөн 100 әҫәр тәҡдим ителгән, улар араһында «Ашҡаҙар», «Һандуғас», «Сибай», «Буранбай», «Томан» бар. Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа, ике йәш категорияһында ярыша.
Ғаризалар 10 майға тиклем ontrcnt@bk.ru, oktb-kultura@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50 – Республика халыҡ ижады үҙәге, 8 (34767) 6-61-22, 6-28-30 – Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.