+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Апреля 2022, 06:45

8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә – айлыҡ түләүҙәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә – айлыҡ түләүҙәр8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә – айлыҡ түләүҙәр
8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә – айлыҡ түләүҙәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған социаль ярҙамға мохтаж ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған документҡа ярашлы, түләүҙәр йән башына табыштары йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә тейеш.

Уларҙың күләме республикала балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан – 50 процент, әгәр түләүҙәрҙе иҫәпкә алғанда ғаиләнең йән башына уртаса табышы йәшәү минимумынан артмаһа, 75 проценттан 100 процентҡа тиклем тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә 2022 йылдың 1 майына тиклем халыҡтың күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша түләүҙәр һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген тәьмин итергә ҡушты.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас