+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2022, 14:12

Вирус сигенә, ләкин китергә теләмәй

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлек эсендә 251 ауырыуға “коронавирус инфекцияһы” диагнозы ҡуйылған. Зәһәр сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 283 963.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вирус сигенә, ләкин китергә теләмәйВирус сигенә, ләкин китергә теләмәй
Вирус сигенә, ләкин китергә теләмәй

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала тәүлек эсендә 251 ауырыуға “коронавирус инфекцияһы” диагнозы ҡуйылған. Зәһәр сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 283 963.

Бөгөнгө көндә ковид-госпиталдәрҙә 130 яҡташыбыҙ мәкерле инфекцияға ҡаршы көрәшә, 79-ы – 60 йәштән өлкәндәр. 1188 сырхау участка табибы күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауалана, уларҙың 489-ы – өлкән йәштәгеләр.

 Аҙаҡҡы тәүлектә 611 кеше коронавирустан һауығыуға өлгәшкән, ә пандемия башланғандан алып унан сәләмәтләнеүселәр – 277 061.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә яһил вирустан йәнә алты ғүмер өҙөлгән.

Республикала вакцинаның беренсе компонентын 2 566 911 кеше яһатһа, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 2 433 858.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас