

Коронавирус менән сирләүсе кешеләргә ярҙам итеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә страховка түләүҙәре өсөн 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Был туралағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итәләр Министрҙар Кабинетының рәсми сайтында.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: коронавирус менән сирләүселәргә медицина ярҙамы күрһәткәндә үҙҙәренә инфекция йоҡҡан табиптарҙың, урта һәм кесе медицина персоналының, шулай уҡ “тиҙ ярҙам” водителдәренең өҫтәмә страховка гарантияларына хоҡуҡтары бар.
Шулай уҡ хәрби частарҙа, эске эштәр органдарында, янғынға ҡаршы хеҙмәттә һәм башҡа ведомстволарҙа эшләүсе медиктарға махсус социаль түләүҙәргә 2,2 миллиард һумдан артыҡ аҡса бүленә. Сөнки улар ҙа ауырыуҙарға ярҙам итә һәм үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя.
Бынан тыш, ҡарттар йорттарында һәм интернаттарҙа коронавирус менән сирләүселәр һәм хәүеф төркөмөндәге кешеләр менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә махсус түләүҙәргә 2,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.
Фото "Башинформ"дан алынды.