

Ейәнсура районының Күгәрсен ауылы янындағы Ямашлы һыуһаҡлағысында булған фажиғә республика халҡын тетрәндерҙе.
Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эскән килеш руль артына ултырған 47 йәшлек ҡатын идара иткән “ВАЗ-2114” автомобиле һыуға ҡолаған һәм батҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы кисә, 18 апрелдә, теркәлгән. Уның һөҙөмтәһендә 1969, 1973 һәм 1986 йылғы өс ҡатын һәләк булған. Ә водитель ҡатын үҙе иҫән ҡалған. Әхирәттәр дүртеһе лә һыуһаҡлағыс янындағы кафела эшләгән.
Асыҡланыуынса, 53 йәшлек ҡатындың – биш, 49 йәшлегенең – өс һәм 36 йәшлегенең ике балаһы әсәйһеҙ ҡалған. 48 йәшлек водителдең иһә өс балаһы бар.
Әлеге ваҡытта был хәл буйынса тикшереү эштәре бара.