+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2022, 11:17

Баш ҡала йәшелләнә: яңы ағастар һәм миллион ярым сәскә ултыртыласаҡ

23 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы башлана һәм күләмле эко-акция 10 майға тиклем барасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баш ҡала йәшелләнә: яңы ағастар һәм миллион ярым сәскә ултыртыласаҡБаш ҡала йәшелләнә: яңы ағастар һәм миллион ярым сәскә ултыртыласаҡ
Баш ҡала йәшелләнә: яңы ағастар һәм миллион ярым сәскә ултыртыласаҡ

23 апрелдә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы башлана һәм күләмле эко-акция 10 майға тиклем барасаҡ. 

Муниципалитет кәңәшмәһендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл яҙ Өфө биләмәһендә 4 меңдән ашыу бейек ағас ултыртыу күҙаллана.

Баш ҡала райондары хакимиәттәре 18 тематик аллеяла яҡынса 800 декоратив ағас һәм 500 ҡыуаҡ ултыртыу эшен башҡарырға йыйына. Үҫентеләр һатып алынған, ҡара тупраҡ килтереү, соҡор ҡаҙыу  эштәре башланған.

Бынан тыш, «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» предприятиеһы хеҙмәтләндергән парктарҙа һәм скверҙарҙа быйыл яҙ 630 төп ағас ултыртыла.

Өфөнө 3600 гортензия ҡыуағы, 1,5 миллиондан ашыу бер йыллыҡ сәскәләр менән биҙәү күҙаллана.

«21 апрелдән Өфөнөң «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» район хакимиәттәренә үҙенең урман питомнигынан ағас үҫентеләрен тарата башлай. Коммуналь хеҙмәттәргә 2,6 меңдән ашыу ағас, 700-гә яҡын ҡыуаҡ бирелә», — тип белдергәндәр мэрияла.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас