+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Апреля 2022, 13:12

1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин

1 майҙан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин
1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ түләүгә ғариза бирергә мөмкин

 1 майҙан 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин социаль ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү өсөн 8-17 йәшлек балалары булған ғаиләләргә 1 апрелдән айлыҡ түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

Бала Рәсәй гражданы булырға, ул даими рәүештә Рәсәй территорияһында йәшәргә, ә ғаиләнең килеме йән башына төбәк йәшәү минимумы дәүмәленән артмаҫҡа тейеш.

Түләүҙең күләме бала өсөн йәшәү минимумының – 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итәсәк. Уның төп (база) күләме – бала өсөн йәшәү минимумының яртыһы.

 Әгәр пособие балаға төбәк йәшәү минимумының 50 проценты күләмендә тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, пособие балаға төбәк йәшәү минимумының 75 проценты күләмендә билдәләнә.

Яңы түләүҙәр тәғәйенләү ҡағиҙәләре – 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие билдәләгәндәге кеүек үк, йәғни мохтажлыҡ комплекслы баһаланасаҡ.‎

“Май айында пособие юллағанда аҡса апрель өсөн дә күсерелә, – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында. – Пособиеға ғаризаны 2022 йылдың 1 майынан Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән тапшырырға мөмкин. Социаль ярҙам сараһы Пенсия фонды йүнәлеше буйынса бирелә”.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

 

Автор:
Читайте нас