+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апреля 2022, 03:35

Республикала торлаҡ төҙөлөшө 20 процентҡа артҡан

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2022 йылдың тәүге кварталында "Торлаҡ" төбәк проектына һәм "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы, 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала торлаҡ төҙөлөшө 20 процентҡа артҡанРеспубликала торлаҡ төҙөлөшө 20 процентҡа артҡан
Республикала торлаҡ төҙөлөшө 20 процентҡа артҡан

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2022 йылдың тәүге кварталында "Торлаҡ" төбәк проектына һәм "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы, 833,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, был күрһәткес 120 процент тәшкил итә.  

Төҙөлгән торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында - икенсе һәм Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урынды биләй.

Дөйөм күләмдә шәхси төҙөлөшкә 54,2 процент тура килә, йәғни – 451,5 мең квадрат метр. Төҙөлөш предприятиеларының өлөшө - 45,8 процент (382 мең квадрат метр).

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас