

Өфөгә билдәле совет һәм Рәсәй актеры, режиссеры, РСФСР- ҙың атҡаҙанған артисы, “Дебют” студияһы генераль продюсеры Борис Токарев килде. Ул республикаға эш сәфәре барышында Валериан Альбанов исемендәге полярниктар музейында ла буласаҡ, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башкортостан” киностудияһы ойоштороған ижади осрашыуҙа ҡатнаша. Борис Токарев киң даирә тамашасыларға “Ике капитан” фильмы аша таныш.
Борис Токарев фильмдарҙа 12 йәштән төшә башлай, ә 13 йәштән театрҙа ла уйнай. Шуға күрә кино актеры булараҡ билдәлелек бик иртә килә уға. Борис Токарев танылған совет сериалы “Ике капитан” фильмында төп герой Саша Григорьевты уйнай. Фильм геройы бала ваҡыттан поляр осоусыһы булырға хыяллана. Уның бөтә маҡсаты шулай уҡ поляр экспедицияһы капитаны Татаринов командаһының һәләк булыу тарихын өйрәнеү. Шуға күрә Саша Григорьевты уйнаған актерҙың Өфөләге полярниктар музейын барып күреүе лә осраҡлы түгел.
Бөгөнгө көндә Борис Токарев кино режиссеры. Ул нәфис, документаль фильмдар һәм сериалдар ҙа төшөрә.
Бөгөн Өфө сәнғәт институтының театр факультетында танылған актер һәм режиссер менән ижади осрашыу үтә.
Адресы; Цюрупа урамы, 9, 16 сәғәттә.