+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Апреля 2022, 10:30

Беренсе вице-премьер вазифаһына үрләтелде

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, кадрҙар үҙгәрештәренә ҡағылып, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов бөгөндән Республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беренсе вице-премьер вазифаһына үрләтелдеБеренсе вице-премьер вазифаһына үрләтелде
Беренсе вице-премьер вазифаһына үрләтелде

Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, кадрҙар үҙгәрештәренә ҡағылып, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Азат Бадранов бөгөндән Республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе тураһында хәбәр итте.

Азат Шамил улы Бадранов 1986 йылдың 6 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты аспирантураһын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда шәхси эшҡыуар булараҡ башлай. Артабанғы йылдарҙа республиканың һәм илдең төрлө учреждениеларында эшләй.

2018-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса начальнигы урынбаҫары, БР Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге мөдире - идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.

2019-2020 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе.

Автор:
Читайте нас