+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Апреля 2022, 16:47

Йәштәр милли кейемгә битараф түгел

Өфө күп профилле һөнәри колледжында Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнөнә арналған “Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ” тигән сара үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәштәр милли кейемгә битараф түгелЙәштәр милли кейемгә битараф түгел
Йәштәр милли кейемгә битараф түгел

Өфө күп профилле һөнәри колледжында Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнөнә арналған “Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ” тигән сара үтте.

 

Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге һәм Өфө күп профилле һөнәри колледжы ойошторҙо.

Дилара Асаинова башҡорт милли биҙәүестәре, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

– Башҡорт халҡының үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге – беҙҙең ҡулда. Тап ошо хәҡиҡәтте аңлау беҙҙе милли биҙәүестәр эшләүгә этәрҙе. Улар – беҙҙең тарихыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең сағылышы. Беҙ стилләштерелгән әйберҙәр эшләйбеҙ, уларҙы балалар, йәштәр бик теләп тағып йөрөй. Шулай тамырҙарыбыҙға, халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләнә. Милли кейем көнө – ҙур мәғәнәгә эйә булған байрам ул, – ти оҫтабикә.

Сара сиктәрендә күргәҙмәләр ҙә ойошторолдо. Унда “Бикбайман” студияһы, Салауат ҡалаһынан Эльвира Ҡазыйәхмәтова (кейеҙ), Гөлнур Ғәббәсова (этник стилдә биҙәүестәр), “Минзифа” ижади студияһы үҙ әйберҙәрен тәҡдим итте. “Рус милли костюмы: тарихы һәм килеп сығышы” күргәҙмәһе лә ҡыҙыҡлы ине. Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов милли музыка ҡоралы ҡумыҙ менән таныштырҙы. Өфө күп профилле һөнәри колледжының “Яңы быуын” дизайн-театры үҙ коллекцияһын күрһәтте. Ҡырмыҫҡалы районының сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре “Сыуаш нағышы” оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Колледж оҫталары әҙерләгән милли аш-һыу күргәҙмәһе байрамға тағы ла йәм өҫтәне.

Фото Дилара Асаинованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас