

Коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәнгә күрә, коронавирустың яңы тулҡыны февралдәгегә ҡарағанда көсһөҙөрәк буласаҡ, тип иҫәпләй вирусолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы Александр Лукашев.
Вирусолог әле Европаның һәм Төньяҡ Американың ҡайһы бер илдәрендә коронавирус менән сирләүселәр артыуын билдәләй. Шулай уҡ ковид Ҡытайҙа яңынан тарала. Атап әйткәндә, Шанхайҙа етди карантин индерелгән.
“Шуға күрә бер нисә аҙнананан беҙҙә лә сирләүселәрҙең артыуы ихтимал. Ләкин уларҙың һаны февралдәге тулҡындағынан кәмерәк буласаҡ. Сөнки коллектив иммунитет ярайһы уҡ юғары кимәлдә ҡала”, – тип, ғалим һүҙҙәрен килтерә ТАСС мәғлүмәт агентлығы.
Фото "Башинформ"дан алынды.