

Май айында байрамдар күп.
Быйыл Яҙ һәм хеҙмәт байрамы (1 майҙа) менән Еңеү көнөнә (9 майҙа) Ураҙа ғәйете лә өҫтәлә (2 майҙа).
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 1 ғинуар (шәмбе) ялы - 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелә.
2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсә. Тимәк, йәкшәмбе ялы 1 майҙан дүшәмбе – 2 майға шыла. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, ул шаршамбыға – 4 майға – күсә.
Шулай итеп, Башҡортостан халҡы биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома көндәрендә - 29 апрелдә һәм 6 майҙа – эш ваҡыты ҡыҫҡартылмай.
Дәүләт Думаһы депутаттары, 10 майға тиклем каникул иғлан итергә кәрәк, тигән тәҡдим менән дә сығыш яһай. Шуға ялдарҙың тағы ла оҙайлыраҡ булыуы ихтимал.