+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Апреля 2022, 09:11

Милли кейем күргәҙмәһе

 Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында һәм республикала милли кейемдәр көнө уңайынан “Тамға” күргәҙмәһе асылды. Унда башҡорт кейем өлгөләрен эшләгән иң яҡшы оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылды. Күргәҙмә Башҡортостан Милли музейында апрель аҙағына тиклем эшләйәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли кейем күргәҙмәһеМилли кейем күргәҙмәһе
Милли кейем күргәҙмәһе

 Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында һәм республикала милли кейемдәр көнө уңайынан “Тамға” күргәҙмәһе асылды. Унда башҡорт кейем өлгөләрен эшләгән иң яҡшы оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылды. Күргәҙмә Башҡортостан Милли музейында апрель аҙағына тиклем эшләйәсәк.

Тәүге тапҡыр “Тамға” конкурсы 2020 йылда үткәрелгән. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков әйтеүенсә, унда күпселеге заманлаштырылған милли кейемдәр булһа, хәҙер иһә башҡорт кейемен төп нөсхәһен боҙмай яһалған өлгөләре лә тәҡдим ителә. Тимәк, был сара менән Башҡортостан боронғо кейем өлгөләрен һаҡлау кеүек ҡуйылған тәү маҡсатына ирешә бара.

  • Ысынлап та, бынан бер- нисә йыл элек башҡорт милли кейемдәрен көндәлек тормошҡа индереү мәсьәләһен Республика Башлығы Радий Хәбиров күтәрҙе. Ул ошондай сараларҙың башланғысына ғына түгел, ә кейемдәрҙе етәкселәр араһында таратыуға ла нигеҙ һалды. Бөгөн дә беҙ “Тамға” күргәҙмәһендә авторҙарҙың иң яҡшы эштәрен күрә алабыҙ: был иһә башҡорттарҙың халыҡ кейеме,  авторлыҡ эштәре, балалар кейеме, башҡорт биҙәүестәре...

Күргәҙмәгә Өфө, Мәскәү, Сибай, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Архангель, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Туймазы райондарынан оҫталар килде. Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығының ҡатыны, “Ҡатын- ҡыҙ бәхете” биләмәһе попечителлекк советы хәйриә фонды етәксеһе Каринэ Хәбирова сәләмләне. Шулай уҡ рәсми ҡунаҡтар араһында   Башҡортостан Башлығы хакимиәте башлығы урынбаҫары  Урал Кильсенбаев, танылған шашкасы, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина ла ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла күргәҙмәгә заман ательеларында  башҡорт орнаменты һалып  һәм боронғо башҡорттарҙың кейем өлгөләрендә тегелгән   күлдәк- костюмдарҙа  килгән ине.

фото Башинформдан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас